Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3
Параллельные места
Шулай итеп, ялған пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Күктәр Батшалығына: «Хужам! Хужам!» – тип Миңә әйткән һәр кем түгел, ә Күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк. Ана шул ваҡытта Мин уларға: «Мин һеҙҙе бер ҡасан да белмәнем, китегеҙ янымдан, яуызлыҡ ҡылыусылар!» – тиермен. Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор. Бындай ҡатындар һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла, әммә бер ваҡытта ла хәҡиҡәткә төшөнә алмай. Ианний менән Иамврий Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, ошо аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы кешеләр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға. Берәйһе: «Мин Алланы беләм», – ти, әммә Уның әмерҙәрен үтәмәй икән, ул ялғансы һәм унда хәҡиҡәт юҡ.
1 2 3
Выбор основного перевода