Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе. Ибраһим Исхаҡтың, Исхаҡ Яҡубтың, Яҡуб Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы; Йәһүҙә Фамарҙан тыуған Фарес һәм Зерахтың атаһы; Фарес Есромдың, Есром Арамдың, Арам Аминадавтың, Аминадав Наассондың, Наассон Салмондың, Салмон Рахавтан тыуған Воостың, Воос Руфтан тыуған Овидтың, Овид Иессейҙың, Иессей Дауыт батшаның атаһы ине; Дауыт Урияның ҡатынынан тыуған Сөләймәндең, Сөләймән Ровоамдың, Ровоам Авияның, Авия Асаның, Аса Иосафаттың, Иосафат Иорамдың, Иорам Озияның, Озия Иоафамдың, Иоафам Ахаздың, Ахаз Езекияның, Езекия Манассияның, Манассия Амондың, Амон Иосияның атаһы ине; Израиль халҡы көсләп Вавилонға күсерелгән дәүерҙә Иосияның улы Иоаким һәм уның ағай-энеләре тыуҙы. Вавилонға көсләп күсерелгәндән һуң Иоакимдың улы Салафиил тыуҙы. Салафиил Зоровавелдең, Зоровавель Авиудтың, Aвиуд Елиакимдың, Елиаким Азорҙың, Азор Садоктың, Садок Ахимдың, Ахим Елиудтың, Елиуд Елеазарҙың, Елеазар Матфандың, Матфан Яҡубтың, Яҡуб – Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы. Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы булған. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйлаған. Ә Йософ – Илий улы, Илий – Матфат улы, Матфат – Левий улы, Левий – Мелхий улы, Мелхий – Ианнай улы, Ианнай – Йософ улы, Йософ – Маттафий улы, Маттафий – Амос улы, Амос – Наум улы, Наум – Еслий улы, Еслий – Наггей улы, Наггей – Мааф улы, Мааф – Маттафий улы, Маттафий – Семей улы, Семей – Иосих улы, Иосих – Иодай улы, Йодай – Яхъя улы, Яхъя – Рисай улы, Рисай – Зоровавель улы, Зоровавель – Салафииль улы, Салафииль – Нирий улы, Нирий – Мелхий улы, Мелхий – Аддий улы, Аддий – Косам улы, Косам – Елмодам улы, Елмодам – Ир улы, Иң элек Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған һәм Һүҙ Алла булған. Улар Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Булдырыусыға түгел, ә Ул булдырған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Булдырыусыға иһә мәңгегә дан булһын. Амин. Күктә һәм ерҙә булған, күренгән һәм күренмәгән нәмәләрҙең барыһын да Ул Үҙе яратҡан: етәксе көстәр ҙә, ҡеүәттәр ҙә, башлыҡтар ҙа, хакимдар ҙа – бөтөнөһө лә Уның аша һәм Уның өсөн яратылған. Мәсих бар нәмәнән дә алдараҡ бар булған һәм бөтөн нәмә Уға таяна. Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтөн нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән. Алла Үҙенең бөтә тулылығы менән Унда йәшәүҙе,
Выбор основного перевода