Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Шулай итеп, Ғайса Мәсихтеке булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ. Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте. Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кешелә гонаһты хөкөм итте. Алла быны ҡанундың ғәҙел талаптары беҙҙә гонаһлы тәбиғәтебеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәгәндәрҙә ғәмәлгә ашһын өсөн эшләне. Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр шул тәбиғәт теләктәре буйынса ғына фекер йөрөтә, Изге Рух буйынса йәшәүселәр иһә Рух теләге тураһында хәстәрләй. Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә, сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай. Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр Аллаға ярай ҙа алмай. Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел. Мәсих һеҙҙә булһа инде, тәнегеҙ гонаһ арҡаһында үле, әммә, Алла һеҙҙе аҡлағанға күрә, Рух һеҙгә тормош бирә. Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла, Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән, фани тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк. Әммә, Аллаға шөкөр, Ул Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙгә еңеү бирә.
Выбор основного перевода