Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Белеүебеҙсә, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмауыбыҙ өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте. Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла, Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән, фани тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк. Беҙ Ғайсаның үлгәненә һәм үленән терелеүенә ышанабыҙ икән, Ғайса иманында үлем йоҡоһона талғандарҙың Алла тарафынан Уның менән бергә килтереләсәге лә дөрөҫ. Беҙ әле әйтәсәк һүҙҙәр – Раббы һүҙҙәре: беҙ, иҫәндәр – Раббы килгәнгә тиклем йәшәйәсәк кешеләр – үлем йоҡоһона талғандарҙан алдараҡ була алмаҫбыҙ. Бойороҡ ишетелгәндә, баш фәрештәнең саҡырыуы һәм Алла борғоһоноң тауышы аҫтында күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә ышаныу менән үлгәндәр беренсе булып тереләсәк. Шунан һуң беҙ, бында иҫән ҡалғандар, һауала Раббыны ҡаршылау өсөн, улар менән бергә болоттарҙа һауаға алынасаҡбыҙ һәм Раббы менән һәр ваҡыт бергә буласаҡбыҙ.
Выбор основного перевода