Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4
Параллельные места
Мин иһә, тәнем менән булмаған хәлдә лә, күңелем менән үҙемде һеҙҙең арала тойоп, ундай эш ҡылыусыны нисек хөкөм итергә хәл иттем: Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә иман хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын. Ә беҙ, имандаштар, аҙ ғына ваҡытҡа айырылышып торһаҡ та, күңелдәребеҙ менән гел бергә булдыҡ һәм күрешергә ҙур теләк менән ынтылып торҙоҡ. Имандаштарығыҙҙың донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы баҫығыҙ.
Выбор основного перевода