Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4
Параллельные места
Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ. Кемдер, иманы буйынса, һәр төрлө ризыҡ хәләл тип уйлай, ә иманы көсһөҙ булғаны гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡып, йәшелсә генә ашай. Бөтөн нәмәне ашаған ашамаусыға ерәнеп ҡарамаһын, ашамаған иһә ашаусыны хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны Үҙенә ҡабул иткән. Башҡа кешеләрҙең хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Ул баҫып торамы, йығылып ятамы, уны үҙ хужаһы ғына хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек. Кемдер ҡайһылыр көндәрҙең береһен башҡаларына ҡарағанда мөһимерәк тип иҫәпләй, ә икенсе берәү һәммә көндәр ҙә бер төрлө тип һанай. Һәр кем үҙ ҡарашы буйынса эш итә. Кем бер көн икенсеһенән мөһимерәк тип һанай, ул Раббы хөрмәтенә шулай тип иҫәпләй. Һәр төрлө ризыҡты ашаусы ла быны Раббы хөрмәтенә эшләй, сөнки Аллаға шөкөр итә. Ашамаған да быны Раббы хаҡына эшләй, ул да Аллаға шөкөр итә. Беҙҙең беребеҙ ҙә үҙе өсөн йәшәмәй һәм беребеҙ ҙә үҙе өсөн үлмәй. Йәшәйбеҙ икән – Раббы өсөн йәшәйбеҙ, үләбеҙ икән – Раббы өсөн үләбеҙ. Шуға күрә йәшәһәк тә, үлһәк тә – Раббыныҡыбыҙ. Мәсих үлеләр һәм тереләр өҫтөнән Хужа булып хакимлыҡ итеү өсөн үлде һәм терелде. Шулай булғас, һин ни өсөн имандашыңды хөкөм итәһең? Йәки ерәнеп ҡарайһың? Беҙ бит бөтөнөбөҙ ҙә Аллабыҙ хөкөмө алдына баҫасаҡбыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Мәңге тере булыуым хаҡ булған кеүек, Минең алдымда һәр береһе теҙләнәсәк һәм һәр тел Минең Алла икәнемде таныясаҡ, – ти Раббы». Шулай итеп, һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ. Һеҙ билдәле көндәргә, айҙарға, йылдарға һәм башҡа ваҡыт бүленештәренә әһәмиәт бирәһегеҙ. Һеҙҙең өсөн һалған хеҙмәтем бушҡа ғына булманымы икән, тип борсолам.
Выбор основного перевода