Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
К Галатам
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Улар үҙҙәре шундай ҡарарға килде; һәм, ысынлап та, элекке мәжүсиҙәрҙең хәҙерге имандаш йәһүд туғандары алдында бурысы бар. Иерусалимдағы иман тотоусыларҙың рухи байлығын уртаҡлашҡанға күрә, уларға матди яҡтан ярҙам күрһәтергә тейештәр. Ҡайһы ғәскәриҙең ҡасан да булһа үҙ иҫәбенә хеҙмәт иткәне бар? Ниндәй баҡсасы үҙе ултыртҡан йөҙөм емештәрен ашамай? Ҡайһы көтөүсе үҙенең көтөүенән һөт эсмәй? Мин быларҙы әҙәмсә фекерләп һөйләйемме? Алла тарафынан Муса аша бирелгән ҡанун да ошо хаҡта әйтә түгелме һуң? Унда былай тип яҙылған бит: «Иген һуғыусы үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма». Алла үгеҙҙәр хаҡында ғына хәстәрлек күрәме ни? Әллә ул һүҙҙәр беҙҙең өсөн дә әйтелгәнме? Әлбиттә, был беҙҙең өсөн яҙылған, сөнки һөрөүсе уңыштан үҙенә лә өлөш сығыр тигән өмөт менән һөрөргә, ашлыҡ һуғыусы ла шундай уҡ өмөт менән һуғырға тейеш. Беҙ күңелдәрегеҙҙә рухи орлоҡ сәскәнбеҙ икән, матди уңыш алырға өмөтләнеп, һеҙҙән күпте талап итәбеҙме ни? Башҡаларҙың һеҙҙән ярҙам алырға хоҡуғы булғанда, беҙҙеке күберәк түгелме һуң? Әммә беҙ был хоҡуҡтан файҙаланманыҡ, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуға ҡамасауламаҫ өсөн, барыһына ла түҙәбеҙ. Алла Йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан килтереү урынында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме? Шуның һымаҡ, Раббы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәргә шул хеҙмәт иҫәбенә йәшәргә ҡушҡан. Әммә мин ул хоҡуҡтарҙың береһен дә файҙаланманым. Был һүҙҙәрҙе лә һеҙҙән ярҙам көткән өсөн яҙмайым. Киреһенсә, мин хатта үлергә лә әҙер! Бының менән маҡтаныу хоҡуғынан мине бер кем дә мәхрүм итә алмай. Изге Яҙмала «иген һуғыусы үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма» һәм «эшсе үҙ хеҙмәте өсөн хаҡ алыуға лайыҡ» тип әйтелә бит.
К Галатам
1 2 3 4 5 6
Выбор основного перевода