Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
К Галатам
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Шуға ла икмәкте ашар һәм кәсәнән эсер алдынан кеше үҙен һынап ҡарарға тейеш. Дөрөҫ, үҙебеҙҙе үҙҙәрен маҡтаусылар менән бер рәткә ҡуйырға йәки сағыштырырға ҡыймайбыҙ. Улар бит аҡыл менән эш итмәй, үҙҙәрен үҙ үлсәмдәре менән үлсәйҙәр һәм үҙҙәрен үҙҙәре менән сағыштыралар. Беҙ иһә саманан тыш маҡтанмаясаҡбыҙ, әммә маҡтаныуыбыҙ самаһы итеп беҙгә Алла билдәләгән хеҙмәт сиген аласаҡбыҙ. Унда һеҙҙең аралағы эшебеҙ ҙә инә. Һеҙгә килмәгән булһаҡ, саманан арттырып маҡтаныр инек. Әммә беҙ Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәр менән һеҙгә лә беренселәрҙән булып килеп еттек. Башҡаларҙың хеҙмәте менән беҙ самаһыҙ маҡтанмайбыҙ, ләкин, иманығыҙ арта барған һайын, Алла тарафынан беҙгә билдәләнгән хеҙмәт сиктәре буйынса, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән эшебеҙҙе тағын да нығыраҡ киңәйтергә өмөтләнәбеҙ. Шулай итеп, һеҙ йәшәгән ерҙәрҙән ситтә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Беҙ башҡаларҙың хеҙмәт сиктәрендә улар башҡарған эш менән маҡтанырға теләмәйбеҙ. «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын». Үҙ-үҙен маҡтаусы түгел, ә Раббы маҡтаған кеше генә Уның тарафынан хуплана.
К Галатам
1 2 3 4 5 6
Выбор основного перевода