Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъя менән идара итеүсе көстәр ҡоллоғонда инек. Ерҙәге руханиҙар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, бөтөнөһөн дә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән. Ғайса аралашсы булған килешеү тәүгеһенә ҡарағанда ни тиклем яҡшыраҡ булған кеүек, Уға тапшырылған хеҙмәт ерҙәге руханиҙар хеҙмәтенән шул тиклем юғарыраҡ. Сөнки яңы килешеү яҡшыраҡ вәғәҙәләргә нигеҙләнгән. Был килешеү Мин уларҙың атай-олатайҙарын Мысырҙан етәкләп сығарғанда төҙөлгән килешеүгә оҡшамаясаҡ. Улар Минең килешеүемә тоғролоҡ һаҡламаны һәм Мин уларҙан ситләштем, ти Раббы.
Выбор основного перевода