Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була. Ул үлгәйне, Үҙен бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан итеп, гонаһ өсөн үлгәйне, ә хәҙер Ул тере һәм Алла өсөн йәшәй. Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара. Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Ғайса Мәсих, Израиль халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү ошо: Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һаласаҡмын, күңелдәренә яҙып ҡуясаҡмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым буласаҡ. Бер кем дә үҙенең яҡынын һәм бер кем дә үҙенең туғанын: „Раббыны танып бел“, – тип өйрәтмәйәсәк. Сөнки кесеһенән башлап олоһона тиклем бөтөнөһө Мине беләсәк. Мин уларҙың яуызлыҡтарын кисерәсәкмен, ә ҡылған гонаһтарын бер ҡасан да иҫемә төшөрмәйәсәкмен». Был килешеүҙе «яңы» тип атап, Ул беренсе килешеүҙең иҫкереүен күрһәтте, ә иҫкергән һәм мәғәнәһе юғала барған нәмә оҙаҡҡа бармай юҡҡа сыға. Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде. Тормош беҙгә асылды: беҙ уны күрҙек. Атабыҙ менән булған, үҙебеҙгә асылған мәңгелек тормош хаҡында шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм иғлан итәбеҙ. Балаларым! Мин быларҙы һеҙгә, бүтәнсә гонаһ ҡылмағыҙ, тип яҙам. Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул – һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих. Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алыусы һәм Үҙенең даны алдына пак килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алыусы һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары Минең ҡулымда.
Выбор основного перевода