Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Алла мәрхәмәтен кире ҡаҡмайым. Әгәр кеше ҡанунды үтәү юлы менән аҡланыу таба икән, Мәсих юҡҡа үлгән булып сыға. Изге Яҙмала Уның тураһында: «Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа, Һин дә мәңгегә шундай рухани буласаҡһың», – тиелгән. Элекке ҡарар, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, кире ҡағыла. Сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне, уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынлайбыҙ. Әгәр беренсе килешеүҙең етешһеҙлектәре булмаһа, икенсеһен төҙөүгә ихтыяж тыумаҫ ине. Бының бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар: бүләктәр һәм ҡорбандар килтереү менән ғибәҙәт ҡылыусының выжданы сафлана алмай. Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай.
Выбор основного перевода