Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Һеҙ әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусарһығыҙ. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк. Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ ул саҡта ғазаптарға ҡаршы көрәшеүҙә ныҡ тора инегеҙ. Һеҙҙе ҡайһы саҡта халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр, ҡайһы саҡта һеҙ шул хәлдәрҙе кисергән кешеләр менән иңгә-иң терәшеп торҙоғоҙ. Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ.
Выбор основного перевода