Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Шәкерт үҙенең остазынан, хеҙмәтсе хужаһынан өҫтөн булмай. Симеон уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала, Израилдә күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булһын өсөн, илаһи билдә итеп һайланған. Был билдәне кире ҡағырҙар, – Әгәр ҙә донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ул һеҙҙән элек Миңә нәфрәтле. «Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар. Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ. Һеҙҙе ҡайһы саҡта халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр, ҡайһы саҡта һеҙ шул хәлдәрҙе кисергән кешеләр менән иңгә-иң терәшеп торҙоғоҙ.
Выбор основного перевода