Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5
Параллельные места
Күктәр Батшалығына: «Хужам! Хужам!» – тип Миңә әйткән һәр кем түгел, ә Күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк. Ә инде был һүҙҙәремде ишетеп тә, уларҙы үтәмәгән һәр кем үҙенең йортон ҡом өҫтөнә төҙөгән аҡылһыҙ кешегә оҡшар. Уныһы иһә: «Эшләгем килмәй», – тигән, ләкин бер аҙҙан кире уйлап, киткән. Һүҙҙе тыңлап ҡына үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә. Кемдер Алла һүҙен ишетеп тә уны үтәмәй икән, ул үҙенең йөҙөн көҙгөнән күргән кешегә оҡшаш: үҙенә ҡарап тора ла, ситкәрәк китеү менән, йөҙөнөң ниндәй икәнлеген шунда уҡ онота. Ә кем азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунды иғтибар менән тикшереп уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ. Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ. Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә, ундайҙар әшәке, тыңлауһыҙ һәм һәр төрлө изге эш өсөн һәләтһеҙ. Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтөнөһө өсөн дә яҡшы һәм файҙалы. Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.
Выбор основного перевода