Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5
Параллельные места
Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер. Әммә ул, риза булмайынса, бурысын түләгәнгә тиклем уны төрмәгә ултыртҡан. Шунан һуң батша теге хеҙмәтсеһен саҡыртып алып былай тигән: «Яраҡһыҙ хеҙмәтсе! Һин үтенгәс, бөтә бурысыңды бәхилләнем. Мин рәхимлек күрһәткән кеүек, һин дә хеҙмәттәшеңә рәхимлек күрһәтергә тейеш түгел инеңме ни?» Һәм асыуланған батша хеҙмәтсене, бөтә бурысын түләп бөткәнгә тиклем, язалаусылар ҡулына тапшырған. Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән кисермәһәгеҙ, Күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай буласаҡ. Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: нимәне бынау иң түбән заттарҙың берәйһенә генә лә ҡылманығыҙ, шуны Миңә ҡарата ла эшләмәнегеҙ», – тиер. Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.
Выбор основного перевода