Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Иакова
1 2 3 4 5
Параллельные места
Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр. Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттең сыҙамлыҡ тыуҙырғанын беләбеҙ. Сыҙамлыҡтан – ныҡлыҡ, ныҡлыҡтан өмөт барлыҡҡа килә. Өмөт иһә алдамай, сөнки Алла Үҙенең мөхәббәтен беҙгә бирелгән Изге Рух аша йөрәктәребеҙгә мул итеп яуҙырған. Шулай итеп, уның алдында һеҙҙе күпмелер маҡтағанмын икән, мин оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Тит алдында маҡтаныуыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты. Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ. Шуға күрә, әле һәр төрлө һынауҙарҙан әҙ генә ваҡытҡа ғазап сигергә тейеш булһағыҙ ҙа, ҡыуанығыҙ. Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡлығын раҫлай. Алтын да бит утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡәҙерлерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер. Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.
Иакова
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода