Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Иакова
1 2 3 4 5
Параллельные места
Ярышыусыларҙың бөтөнөһө лә ныҡлап шөғөлләнә. Улар быны һулый торған таж алыу өсөн эшләһә, беҙ ынтылған таж иһә бер ҡасан да һулымай торған. ә хәҙер хаҡлыҡтың еңеү тажы көтә. Уны, көнө еткәс, ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтөнөһөнә лә бирер. Атай кеше Үҙ улдарына өндәшкән һымаҡ, Алланың һеҙгә: «Улым Минең! Раббының тәрбиәһенә битараф булма, һәм Ул ғәйебеңде күрһәткәндә күңелеңде төшөрмә. Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни? Һәм Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ. Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул һәм һиңә тормош тажы бирермен.
Иакова
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода