Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Үҙенә килгән илаһи күренмеш тураһында уйланып торғанда, Рух Петрға: – Һине өс кеше эҙләй. Изге Рух миңә, һис тә шикләнмәйенсә улар менән бар, тине. Әле янымда торған бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ уның өйөнә барып индек. Улар Раббыға хеҙмәт иткән һәм ураҙа тотҡан ваҡытта, Изге Рух: – Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Варнава менән Савлды Миңә бирегеҙ, – тине. Фәҡәт шуны беләм: бөтә ҡалаларҙа мине бығауҙар һәм хәсрәт көтә. Изге Рух шулай раҫлай. Ул беҙҙең янға килеп, Павелдың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне. – Изге Рух: «Иерусалимдағы йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағәб.
Выбор основного перевода