Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шуға күрә, барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ, Ғазап сиккәненән һәм үлгәненән һуң, Үҙенең тере икәнлеген күп һанлы хаҡ дәлилдәр килтереп иҫбат итте, ҡырҡ көн буйына илселәренә күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне. – Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ. Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Павел. – Ғайса аша һеҙгә гонаһтарығыҙҙың кисерелеүе хаҡында иғлан ителә. Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр. Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Павел. – Ғайса аша һеҙгә гонаһтарығыҙҙың кисерелеүе хаҡында иғлан ителә. Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр. Павел өс ай буйы ғибәҙәтханаға йөрөп, тәүәккәллек менән вәғәзләне, әңгәмәләр ҡороп, кешеләрҙе Алла Батшалығы тураһындағы хәҡиҡәткә ышандырырға тырышты.
Выбор основного перевода