Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Халыҡ араһында берәүҙәр бер нәмә, икенселәре башҡа нәмә ҡысҡыра башланы. Ғәскәриҙәр башлығы бындай шау-шыуҙа эштең ниҙәлеген белә алманы, шунлыҡтан Павелды нығытмаға алып барырға ҡушты. – Агриппа батша! Бөгөн һинең алдыңда йәһүдтәрҙең бөтә ғәйепләүҙәренән үҙемде яҡлай алыуыма бәхетлемен. Һин, йәһүдтәрҙең барлыҡ йолаларын һәм бәхәсле фекерҙәрен бик яҡшы белгәнлектән, мине түҙемлек менән тыңларһың, тип үтенәм. Агриппа батша, пәйғәмбәрҙәргә ышанаһығыҙмы? Беләм, ышанаһығыҙ.
Выбор основного перевода