Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Павел һүҙен башларға ғына теләгәйне, Галлион йәһүдтәргә: – Йәһүд халҡы! Әгәр ҙә ниндәйҙер яуыз эш йәки енәйәт ҡылынһа, һеҙҙе түҙемлек менән тыңларға сәбәп булыр ине. Әммә мәсьәлә һүҙҙәргә, фекер айырымлығына һәм ҡанунығыҙға бәйле, шуға күрә уны үҙегеҙ хәл итегеҙ. Мин бындай эштә хөкөмдар булырға теләмәйем, – тип һәм ғәйепләүҙең йәһүдтәр ҡанунына ҡағылышлы икәнлеген белдем. Әммә уны үлемгә йәки бығауларға дусар итерлек ғәйеп табып булманы. Кешеләр, ниңә һеҙ Алланың үлеләрҙе терелтеүен ышанмаҫлыҡ эш тип һанайһығыҙ? Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм үленән беренсе булып тереләсәген, йәһүдтәрҙе һәм башҡа халыҡтарҙы яҡтыртыр тигән хәбәрҙе иғлан итәсәген әйткәйнеләр, – тине Павел.
Выбор основного перевода