Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмә йыйылышына килгән һәм Ғайсаны йыйылыш алдына баҫтырып: Икенсе көндө Иерусалимда йәһүдтәрҙең башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. шул юлдан барыусы ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡулға алыу һәм Иерусалимға алып килеү вәкәләтен бирә торған хат һорап алды. Хат Дамаск ғибәҙәтханалары өсөн ине. Һәм Иерусалимда шулай иттем дә: баш руханиҙарҙан вәкәләт алып, күп изгеләрҙе төрмәгә ташлаттым, башҡалар уларҙы үлтергәндә ризалығымды белдерҙем. Тағы шундай маҡсат ҡуйып, баш руханиҙар тапшырған эш буйынса һәм уларҙың вәкәләте менән Дамаскыға барғанда,
Выбор основного перевода