Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе булған. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңлаған. Ошо ваҡыт бөтә халыҡ хөрмәт иткән ҡанун өйрәтеүсе, Кәңәшмә ағзаһы Гамалиил исемле фарисей аяғүрә баҫты ла илселәрҙе аҙ ғына ваҡытҡа сығарып торорға әмер бирҙе. Уны Пирр улы вериялы Сосипатр, фессалоникаларҙан Аристарх һәм Секунд, Дервиянан Гай, шулай уҡ Тимофей һәм асиялылар Тихик менән Трофим оҙата барҙы. Уны тыңлағас, ундағылар Алланы данлап Павелға: – Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай. – Мин – йәһүд, Киликия өлкәһендәге арыу уҡ танылған Тарс ҡалаһынан. Үтенәм, халыҡҡа һөйләргә рөхсәт ит, – тине Павел уға. Улар тураһында шаһитлыҡ ҡылам: үҙҙәрен Аллаға бик тырышып бағышлаһалар ҙа, был хаҡ белемгә нигеҙләнмәгән.
Выбор основного перевода