Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ләкин уны ҡайыштар менән бәйләгән саҡта Павел үҙ янында торған йөҙбашынан: – Рим гражданын хөкөм итмәй тороп ҡамсыларға рөхсәт ителәме ни һеҙгә? – тип һораны. Йөҙбашы, быны ишеткәс, ғәскәриҙәр башлығына барып: – Һин нимә эшләйһең? Был бит Рим гражданы, – тине. Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы Павел янына килде: – Әйт әле миңә, һин Рим гражданымы? – Эйе, – тине Павел. – Мин иһә был гражданлыҡты күп аҡса түләп алдым, – тип яуап бирҙе ғәскәриҙәр башлығы. – Ә мин шул гражданлыҡта тыуҙым, – тине Павел. Һорау алырға теләүселәр шунда уҡ уның янынан ситкәрәк китте, ә ғәскәриҙәр башлығы, Павелдың Рим гражданы икәнен белгәс, уны бәйләргә ҡушҡаны өсөн ҡурҡыуға төштө. Әгәр ҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәйенсә үлемгә хөкөм итерлек эш ҡылғанмын икән, үлемдән баш тартмайым. Ә инде улар миңә ташлаған ғәйепләүҙәр дөрөҫ булмаһа, бер кем дә мине уларҙың ҡулына тотоп бирә алмай. Ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләйем, – тине Павел. Фест, кәңәшселәре менән һөйләшеп алғас: – Һин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләнең, шуның өсөн ҡайсар янына китәсәкһең, – тине.
Выбор основного перевода