Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Зиндан ҡарауылсыһы йоҡонан уянды, ишектәрҙең асыҡ булғанын күреп, тотҡондар ҡасҡан, тип уйланы һәм, ҡылысын сығарып, үҙен үҙе үлтерергә теләне. Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Павелға: – Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә тигән хәбәр ебәргән. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине. Мәсих хеҙмәтселәреме? Былай тиеү аҡылһыҙлыҡ булһа ла әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым. Өс тапҡыр таяҡ менән туҡмалдым, бер тапҡыр таш менән бәргесләнеләр, өс тапҡыр карап һәләкәтенә осраным, бер тәүлекте асыҡ диңгеҙ уртаһында үткәрҙем. Һеҙ мин алып барған көрәште үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ, ишетеп тә тораһығыҙ һәм, шулай уҡ, көрәшәһегеҙ. Белеүегеҙсә, бынан алда Филипта ғазап сигеп мәсхәрә аша үтһәк тә, беҙ, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек.
Выбор основного перевода