Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки харам тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген күрһәтте. – Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым, – тип һүҙен башланы Петр. – Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай. Ул уларҙы Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырырға ҡушты. Шунан һуң Петрҙың үҙҙәре янында бер нисә көнгә ҡалыуын үтенделәр. Изге Рух миңә, һис тә шикләнмәйенсә улар менән бар, тине. Әле янымда торған бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ уның өйөнә барып индек.
Выбор основного перевода