Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Изге Рух тарафынан ебәрелгән Варнава һәм Савл Селевкия ҡалаһына килде, унан һыу юлы менән Кипр утрауына киттеләр. Павел һәм уның менән бергә булғандар, Пафтан китеп, һыу юлы менән Памфилия өлкәһендәге Пергия ҡалаһына килде. Яхъя уларҙан айырылып Иерусалимға ҡайтты, ә бүтәндәре Пергиянан Писидия өлкәһендәге Антиохияға килде. Шәмбе көндө улар ғибәҙәтханаға инеп ултырҙы. Павел менән Варнава иһә, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө һәм Икония ҡалаһына китте. Иконияла Павел менән Варнава, ғәҙәттәгесә, йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына инде. Уларҙың тәьҫирле итеп һөйләүенән бик күп йәһүдтәр һәм башҡа халыҡ кешеләре Раббыға инанды. Илселәр, был хаҡта ишеткәс, Ликаония өлкәһенә ҡасып китте. Ундағы Листра, Дервия ҡалаларында һәм шул тирәләге ерҙәрҙә Пергияла Алла һүҙен бәйән иткәс, Атталия ҡалаһына йүнәлделәр. Атталиянан һыу юлы менән Антиохияға киттеләр. Ошо ҡалала Павел менән Варнава, үҙҙәренә тәғәйенләнгән эште атҡарыу өсөн, Алланың мәрхәмәтенә тапшырылғайны. Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимофейҙы ебәрҙем.
Выбор основного перевода