Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
3. Иоанна
1
Параллельные места
Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ. Илселәр иһә, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр. Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым. Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, тырышлыҡ һалып хәлһеҙҙәргә ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте мин һәр эштә күрһәттем, – тине Павел. Башҡаларҙың һеҙҙән ярҙам алырға хоҡуғы булғанда, беҙҙеке күберәк түгелме һуң? Әммә беҙ был хоҡуҡтан файҙаланманыҡ, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуға ҡамасауламаҫ өсөн, барыһына ла түҙәбеҙ. Әммә мин ул хоҡуҡтарҙың береһен дә файҙаланманым. Был һүҙҙәрҙе лә һеҙҙән ярҙам көткән өсөн яҙмайым. Киреһенсә, мин хатта үлергә лә әҙер! Бының менән маҡтаныу хоҡуғынан мине бер кем дә мәхрүм итә алмай. Әжерем ниҙә һуң? Ул шунан ғибәрәт: мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәндә, үҙ хоҡуҡтарымды бөтөнләй файҙаланмайым, был хеҙмәтте бушлай атҡарам.
3. Иоанна
1
Выбор основного перевода