Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
3. Иоанна
1
Параллельные места
Мине өйөндә һәр саҡ ихлас ҡабул иткән һәм уның йортонда йыйылған имандаштарҙың барыһы өсөн дә ишеге асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Ераст, имандашыбыҙ Кварт һеҙгә сәләм ебәрә. Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде. Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин. Берҙәмлектең өлкәненән – Алла тарафынан һайлап алынған ханымға һәм уның балаларына. Мин һеҙҙе ысын күңелдән яратам. Мин генә түгел, хәҡиҡәтте таныусыларҙың бөтөнөһө лә һеҙҙе ярата.
3. Иоанна
1
Выбор основного перевода