Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
2. Тимофею
1 2 3 4
Параллельные места
Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер. Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ. Раббы Үҙенең изгеләренән дан алыу, Үҙенә инанғандарҙың барыһынан да маҡтау ҡабул итеү өсөн килгән көндә һеҙ ҙә улар араһында булырһығыҙ, сөнки беҙ һөйләгән хәбәргә ышандығыҙ. Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым; ә хәҙер хаҡлыҡтың еңеү тажы көтә. Уны, көнө еткәс, ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтөнөһөнә лә бирер.
2. Тимофею
1 2 3 4
Выбор основного перевода