Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
2. Тимофею
1 2 3 4
Параллельные места
Уны вәғәзләргә оялмайым, сөнки Һөйөнөслө Хәбәр – иман тотоусыларҙың һәр береһенә, иң элек йәһүдтәргә, унан һуң йәһүд булмағандарға ла ҡотолоу өсөн Алла ҡөҙрәте. Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ һеҙ өмөтләнгән һәм күктә һеҙҙең өсөн һаҡланған бүләккә нигеҙләнгән. Һеҙ был турала хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ. Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ, иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән, Тимофей! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм ғилем тип аталып та дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор. Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан. Һиңә ышанып тапшырылған яҡшылыҡты күңелдәребеҙҙә йәшәгән Изге Рух ярҙамы менән һаҡла. Һин иһә хаҡ тәғлимәткә тура килгәндәрҙе вәғәзлә: Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтөнөһө өсөн дә яҡшы һәм файҙалы. Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә улар Хәбәрҙе ишетһә лә, файҙаһы булманы, сөнки улар ишеткәндәрен иман итеп ҡабул итмәне. Беҙ иһә ышаныуыбыҙ менән Алланың ял биреү урынына инәбеҙ. Алла бит: «Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп: „улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем», – тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла. Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡубтың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан саҡырылғандарға һәм ҡәҙерле булғандарға, Ғайса Мәсих өсөн һаҡланғандарға:
2. Тимофею
1 2 3 4
Выбор основного перевода