Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5
Параллельные места
Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан да гонаһ ҡыла алабыҙ? Беҙ Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән йәшәрбеҙ ҙә, тип ышанабыҙ. Шулай уҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе гонаһҡа ҡарата үле, ә Ғайса Мәсих аша Алла өсөн теребеҙ тип иҫәпләгеҙ. әле Үҙе алдында изге, кәмселекһеҙ һәм ғәйепһеҙ тормош алып барған итеп ҡуйыу өсөн, Улының кеше тәнендәге үлеме аша Үҙе менән татыулаштырҙы. Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк. Ә гонаһтар кисерелгән икән, ҡорбан килтереү мохтажлығы юҡ инде. Мәсихтең кеше гонаһтарын алып китер өсөн килеүен һеҙ беләһегеҙ. Ә Уның Үҙендә гонаһ юҡ.
Выбор основного перевода