Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5
Параллельные места
– Ҡайсарҙыҡы. – Улайһа, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине шунда Ғайса. Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон, сөнки Алла урынлаштырған хакимлыҡтан башҡа хакимлыҡ юҡ. Ғәмәлдәге хакимлыҡтар Алла тарафынан урынлаштырылған. Шуға күрә хакимлыҡҡа ҡаршы килеүсе Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы килә. Ундайҙар иһә үҙҙәрен хөкөмгә дусар итә. Етәкселәр яҡшылыҡ ҡылыусылар өсөн түгел, яманлыҡ ҡылыусылар өсөн ҡурҡыныс. Хакимлыҡтан ҡурҡмаҫҡа теләһәң, яҡшылыҡ эшлә һәм маҡтау алырһың. Хакимлыҡ итеүсе һинең мәнфәғәтең өсөн Аллаға хеҙмәт итә. Әгәр яуызлыҡ ҡылаһың икән – унан ҡурҡ, юҡҡа ғына ҡылыс тағып йөрөмәй бит. Ул, Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларҙы Алланың асыуына дусар итеп, яза бирә. Шуға күрә хакимлыҡ итеүселәргә яза алыуҙан ҡурҡып ҡына түгел, ә выжданың ҡушыуы буйынса буйһонорға кәрәк. Шуның өсөн һеҙ һалым түләйһегеҙ ҙә инде, сөнки улар үҙҙәрен үҙ вазифаларына бағышлап, Аллаға хеҙмәт итә. Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ. Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға һәм уларҙы тыңларға, һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер торорға кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор,
Выбор основного перевода