Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Үҙегеҙҙе ҡабул иткән өйҙә ҡалығыҙ, ни бирһәләр, шуны ашағыҙ һәм эсегеҙ, сөнки эшсе үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға лайыҡлы. Ул төбәктә булған саҡта өйҙән-өйгә күсеп йөрөмәгеҙ. Берәй ҡалаға килгәс, унда һеҙҙе ҡабул итәләр икән, алдығыҙға ҡуйылған нәмәләрҙе ашағыҙ. Алла Йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан килтереү урынында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме? Шуның һымаҡ, Раббы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәргә шул хеҙмәт иҫәбенә йәшәргә ҡушҡан. Кешеләрҙән – һеҙҙән дә, башҡаларҙан да данлау көтмәнек.
Выбор основного перевода