Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Бары тик Рух ҡына тормош бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм тормош бирә. Шулай ҙа, Әҙәмдән алып Муса пәйғәмбәр ваҡытына тиклем, Алланың туранан-тура бойороғон боҙоп, Әҙәм кеүек гонаһ ҡылмағандар өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ иткән. Әҙәм, ниндәйҙер кимәлдә, килергә тейешле Заттың өлгөһө булып торған. Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк. Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә. Раббы – ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә – азатлыҡ.
Выбор основного перевода