Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Был, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәргә ярашлы, Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша хөкөм итәсәк көндә билдәле буласаҡ. Мәсих беҙгә мәрхәмәт алырға мөмкинлек бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ. Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә тип Троада ҡалаһына килгәс, Раббы миңә ишектәрен асып ҡуйған булһа ла, Имандаштар, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең кеше уйҙырмаһы булмауын белегеҙ, мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, уны миңә Ғайса Мәсих асып бирҙе.
Выбор основного перевода