Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Иоанна
1 2 3 4 5
Параллельные места
Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам иткән. Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк. Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош. Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен танып белеү өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Раббыға кәңәш биреү өсөн Уның аңына кем төшөнгән?» Беҙ иһә Мәсих аңына эйәбеҙ, шуға күрә төшөнәбеҙ. Һеҙгә иһә изге булған Мәсих май һөрткән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ. Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтөнөһөн дә өйрәтә, һәм Уның өйрәткәндәре хәҡиҡи, ялған түгел. Рух һеҙгә өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ. Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:
1. Иоанна
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода