Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Иоанна
1 2 3 4 5
Параллельные места
Шуға күрә Мин һеҙгә әйтәм: кешеләрҙең бөтөн гонаһтары һәм көфөр һүҙҙәре кисерелер, әммә Алла Рухына ҡарата көфөр һүҙ әйтеү кисерелмәҫ. Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән һәр кем кисерелер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы көфөр һүҙ һөйләүсе кисерелмәҫ. Бер тапҡыр Алла яҡтылығы менән нурландырылған, күк бүләгенең тәмен татыған, Изге Рухта ҡатнашҡан, Алланың Яҡшы һүҙен һәм киләсәк донъя көстәренең тәьҫирен тойған, шунан һуң хаҡ юлдан ситкә тайпылған кешеләрҙе яңынан тәүбәгә килтереү мөмкин түгел, сөнки улар үҙҙәре Алла Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, халыҡ алдында мәсхәрәләйҙәр. Иман менән ҡылынған доға ауырыуҙы һауыҡтырыр, һәм Раббы уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылған булһа, Алла уны кисерер.
1. Иоанна
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода