Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5
Параллельные места
Һеҙҙең ҡанунығыҙҙа: «Ике шаһиттың һүҙе хаҡ», – тиелгән. Ҡанунһыҙлыҡтың йәшерен көсө хәрәкәттә инде, ләкин уны тотҡарлаусы юлдан алынмайынса, был көс бойомға ашмаясаҡ. Балаларым! Һуңғы мәл етте. Донъя ахырынаса Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеттегеҙ. Хәҙер Мәсихтең күп дошмандары пәйҙә булды. Һуңғы мәл еткәнен шунан беләбеҙ ҙә инде. Кем ялғансы? Ул – Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Мәсихтең дошманы шундай. Ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә. Ғайса Мәсихтең ысын кеше булараҡ килеүен инҡар иткән күп ялғансылар донъяға сыҡты. Ундайҙар – ялғансы һәм Мәсихтең дошмандары.
Выбор основного перевода