Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5
Параллельные места
Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләүселәр өсөн доға ҡылығыҙ. Шулай эшләп, һеҙ Күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра. – Беренсе әмер, – тип яуапланы Ғайса. – «Тыңла, Израиль! Беҙҙең Аллабыҙ Раббы – берҙән-бер Алла! Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат». Ә икенсеһе былай: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». Быларҙан да бөйөгөрәк әмер юҡ. Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Бына был иһә һеҙ тәүҙән үк ишеткән Хәбәр: беҙ бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ.
Выбор основного перевода