Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Параллельные места
Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә тән өсөн. Һеҙ тәнегеҙҙең Мәсих ағзаларының бер өлөшө икәнлеген белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ! Фәхешлектән ҡасығыҙ. Кеше бүтән төрлө гонаһтарын тәндән ситтә ҡыла, ә фәхешлек итеүсе үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла. Әммә фәхешлек булмаһын өсөн, һәр ирҙең үҙ ҡатыны һәм һәр ҡатындың үҙ ире булһын. Әммә беҙ ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә.
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода