Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Параллельные места
Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын. Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ. Нисек йәшәргә кәрәклекте беҙҙең өлгө буйынса үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән йәшәгән саҡта ялҡауланманыҡ, бер кемдең икмәген дә бушлай ашаманыҡ, берегеҙгә лә йөк булмаҫ өсөн, көнө-төнө эшләнек, көс түктек, талап итергә хаҡыбыҙ булмаған кеүек түгел, ә беҙгә эйәреп эшләгеҙ тип, һеҙгә өлгө күрһәттек. Янығыҙҙа булған сағыбыҙҙа уҡ, кем эшләргә теләмәй, шул ашамай, тигән бойороҡ бирҙек. Беҙ ҡайһы берҙәрегеҙҙең эшләргә теләмәүе, ялҡауланыуы, фәҡәт кеше эшенә ҡыҫылып көн үткәреүе тураһында ишетеп торабыҙ бит. Ундайҙарға беҙ, үҙ ризыҡтарын үҙҙәре баш баҫып эшләп тапһындар тип, Раббы Ғайса Мәсих исеменән талап итәбеҙ һәм өндәйбеҙ.
1. Фессалоникийцам
1 2 3 4 5
Выбор основного перевода