Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл ғоманлы ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ. Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине: – Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде, сөнки ул бөтөн халыҡтарҙы ла үҙенең ялҡынлы фәхешлегенең шарабын эсергә мәжбүр иткән. Был тауарҙарҙың бөтөнөһө менән сауҙа итеүселәр һәм байыусылар, уның ғазаптарынан ҡурҡып, ҡайғырып илап ситтәрәк баҫып торасаҡ. Улар: – Ҡайғы, ҡайғы уға, эй бөйөк ҡала! Ул нәфис етен, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге туҡымаларға төрөнгән, алтын һәм аҫылташтар, ынйылар менән биҙәлгән булған. Шундай ҙур байлыҡ бер сәғәт эсендә юҡ булды! – тип әйтәсәктәр. Диңгеҙҙә карап йөрөтөүселәр ҙә, караптарҙа йөҙөүселәрҙең бөтөнөһө лә, диңгеҙселәр ҙә һәм диңгеҙ кәсебенән файҙа күреүселәр ҙә ситтәрәк баҫып торҙо. Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы уға, эй бөйөк ҡала! Диңгеҙҙә караптары булған бөтөнөһө лә уның байлығынан байыны, бер сәғәт эсендә бушлыҡҡа әйләнде! – тинеләр. –
Выбор основного перевода