Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Уларҙың бөйөк нәфрәт көнө килде. Быға кем ҡаршы тора алһын? Халыҡтар ярһыны. Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде һәм үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте. Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә, изге кешеләреңә һәм исемеңдән ҡурҡыусы кесеһенән алып өлкәндәренә тиклем әжер биреү, ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте. Күктә бөйөк илаһи билдә күренде: был – ҡояшҡа төрөнгән ҡатын ине. Уның аяҡтары аҫтында – ай, башында – ун ике йондоҙҙан үрелгән таж. Күктә тағы бер илаһи билдә күренде: был ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа ине, башының һәр береһендә – бәләкәй генә таж. Алланың нәфрәт кәсәһендә әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ. Алла Йортонан ете бәлә-ҡазаһы булған ете фәрештә сыҡты. Улар тап-таҙа ялтырап торған етен кейем кейгән һәм күкрәктәренән алтын билбау ураған. Шунан һуң Алла Йортонан ете фәрештәгә: – Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт кәсәһен ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем.
Выбор основного перевода