Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Вавилон ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт кәсәһенән шарап эсергә бирҙе. уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде. Уның маңлайына «Бөйөк Вавилон – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны. Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө шаҡшы рух торлағына, төрлө бысраҡ һәм ерәнгес ҡоштар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ялҡынлы фәхешлек шарабын бөтөн халыҡтарға эсерҙе, ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр уның самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны. Уның ғазаптарынан ҡурҡып ситтәрәк баҫып торасаҡтар һәм: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, бөйөк ҡала! Эй Вавилон, ҡеүәтле ҡала! Һиңә бер сәғәт эсендә хөкөм килде, – тип әйтәсәктәр.
Выбор основного перевода