Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде. Йондоҙ упҡын ҡоҙоғон асып ебәрҙе, унан бик ҙур мейестән сыҡҡан кеүек төтөн күтәрелде. Был төтөндән ҡояш менән һауа ҡараңғыланды. Төтөндән ергә саранчалар сыҡты, һәм уларға ерҙәге саяндарҙың сағыу вәкәләте бирелде. Уларға ер өҫтөндәге үләнгә, бер ниндәй ҙә йәшеллеккә, ағастарға зыян килтермәҫкә, фәҡәт маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә генә зарар эшләргә ҡушылды. Уларға кешеләрҙе үлтермәҫкә, ә биш ай буйы бары тик ғазапларға рөхсәт бирелде, һәм был ғазап саян саҡҡандағы кеүек була. Ул көндәрҙә кешеләр үлем эҙләр, әммә тапмаҫ. Бик ныҡ үлергә теләрҙәр, тик үлем уларҙан ҡасыр. Саранчалар иһә ҡиәфәте буйынса яуға әҙерләнгән атҡа оҡшаған. Уларҙың баштарында алтын тажға оҡшаған нәмә бар, ә йөҙҙәре кешенекеләй, сәстәре – ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ, ә тештәре – арыҫлан тешендәй. Өҫтәрендә тимер кейемгә оҡшаған күкрәксәләре бар, ә ҡанаттарының тауышы, әйтерһең, һуғыш арбалары егелгән бик күп аттарҙың тояҡ тауышы. Уның саяндыҡы һымаҡ ҡойроҡтары ла, ҡойроҡтарында ҡаяуҙары ла бар. Был ҡойроҡтарҙа биш ай буйы кешеләргә зыян килтереү көсө тупланғайны. Саранчаларҙың батшаһы иһә – упҡын фәрештәһе. Уның йәһүдсә исеме – Аваддон, ә грекса – Аполлион.
Выбор основного перевода