Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Әйткәндәй, һинең Сардиста кейемдәрен бысратмаған бер нисә кешең бар, улар Минең менән аҡ кейем кейеп йөрөйәсәк, сөнки быға лайыҡтар. Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алыуын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек, ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы. Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ! – тине. ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр. Йәшен йәшнәне, тауыштар, күк күкрәүе ишетелде, көслө итеп ер тетрәй башланы, кешеләр ерҙә йәшәй башлағандан алып ундай көслө ер тетрәү булмағайны әле. Шул тиклем көслө ер тетрәү!
Выбор основного перевода