Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Откровение
Параллельные места
Был ваҡиғалар тураһында һөйләп биргән һәм уларҙы яҙып алған шәкерт шуның үҙе ине. Һәм беҙ уның шаһитлығы хаҡ икәнлеген беләбеҙ. Шуның менән һеҙҙең арағыҙҙа Мәсих хаҡындағы шаһитлығыбыҙ раҫланды. Беҙ баштан уҡ булған, беҙ ишеткән, үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән, күҙәткән һәм ҡулдарыбыҙ менән ҡағылған нәмә – тормош Һүҙе тураһында вәғәзләйбеҙ. Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан килтереү урыны аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем. Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм уның Алла әмерҙәрен үтәүсе, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биреүсе ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте.
Откровение
Выбор основного перевода