Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
От Марка
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Эйе, Мин һеҙгә йыландарҙың, саяндарҙың өҫтөнә баҫыу һәм дошмандарҙың көсөн еңеп сығыу өсөн хакимлыҡ бирҙем. Һеҙгә бер ни ҙә зыян килтерә алмаҫ. Петр иһә, ҡала артынан ҡалала булғандан һуң, Лиддала йәшәүсе изгеләр янына килде. Унда ул паралич һуғып һигеҙ йыл буйы ауырып ятҡан Эней исемле бер кешене күрҙе. – Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петр. Ул кеше шунда уҡ торҙо. Лиддала һәм Сарон тигеҙлегендә йәшәүсе бар халыҡ, уның һауыҡҡанын күреп, Раббыға инанды. Павел үҙе йыйып килтергән бер ҡосаҡ сыбыҡ-сабыҡты усаҡҡа һалды, уттан атылып сыҡҡан зәһәрле йылан уның ҡулына йәбешеп ҡалды. Утрау кешеләре, ҡулында аҫылынып торған йыланды күреп, бер-береһенә: – Был әҙәм кеше үлтереүсе булырға тейеш. Диңгеҙҙән ҡотолһа ла, ғәҙеллек алиһәһе уны иҫән ҡалдырманы, – тиештеләр. Әммә Павел йыланды утҡа һелкеп төшөрҙө һәм әҙ генә лә йәрәхәтләнмәне. Кешеләр, ул шешенә башлар йәки кинәт йығылып үлер, тип көттө. Ләкин оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, уға һис ниндәй зарар теймәгәнен күреп, фекерҙәрен үҙгәрттеләр: – Ул – ниндәйҙер бер илаһ. Публийҙың атаһы биҙгәк һәм эс ауырыуынан яфаланып ята ине. Павел инеп доға ҡылды ла, башына ҡулдарын ҡуйып, уны һауыҡтырҙы. Был хәлдән һуң утрауҙағы бүтән ауырыуҙар ҙа Павел янына килде, улар ҙа һауыҡтырылды. Арағыҙҙа кемдер ауырыһа, шул имандаштар берҙәмлеге өлкәндәрен саҡырһын һәм улар, Раббы исеме менән, уға зәйтүн майы һөртөп, уның өсөн доға ҡылһын. Иман менән ҡылынған доға ауырыуҙы һауыҡтырыр, һәм Раббы уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылған булһа, Алла уны кисерер.
От Марка
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Выбор основного перевода