Toggle navigation
Главная
Переводы Библии
Комментарии к Библии
Библейские словари и энциклопедии
Новости
Выбор основного перевода
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Сделайте выбор
Комментарии Баркли
Новая Женевская Учебная Библия
Толкование Златоуста
Учебная Библия МакАртура
Толкование Жана Кальвина
Комментарии МакДональда к Библии
Серия комментариев МакАртура
Толкование Мэтью Генри
Толковая Библия Лопухина
Толкование Далласской семинарии
Толкование Блаженного Феофилакта Болгарского
Новый Библейский Комментарий
Комментарии Давида Стерна к Новому Завету
Комментарии Сперджена
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО
Выбор книги основного перевода
От Луки
Яңы Ғәһедтә
Яңы Ғәһедтә
От Матфея
Яңы Ғәһедтә
Книга От Матфея в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Марка
Яңы Ғәһедтә
Книга От Марка в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Луки
Яңы Ғәһедтә
Книга От Луки в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга От Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Деяния
Яңы Ғәһедтә
Книга Деяния в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Иакова
Яңы Ғәһедтә
Книга Иакова в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Петра
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Петра в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Петра
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Петра в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
3. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 3. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Иуды
Яңы Ғәһедтә
Книга Иуды в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Римлянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Римлянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Коринфянам
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Коринфянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Коринфянам
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Коринфянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Галатам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Галатам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Ефесянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Ефесянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Филиппийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Филиппийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Колоссянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Колоссянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Фессалоникийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Фессалоникийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Фессалоникийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Фессалоникийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Тимофею
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Тимофею в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Тимофею
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Тимофею в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Титу
Яңы Ғәһедтә
Книга К Титу в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Филимону
Яңы Ғәһедтә
Книга К Филимону в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Евреям
Яңы Ғәһедтә
Книга К Евреям в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Откровение
Яңы Ғәһедтә
Книга Откровение в переводе Башкирский (башҡорт теле)
← Предыдущая
От Луки
Следующая →
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
1
Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән. Ун ике шәкерте Уның менән булған.
2
Ғайса шаҡшы рухтарҙан һәм ауырыуҙарҙан һауыҡтырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе: эсенән ете шаҡшы рух ҡыуып сығарылған Мәрйәм, ул Магдалина тип йөрөтөлгән,
3
Ирод йортонда идара итеүсе Хузаның ҡатыны Иоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булған. Был ҡатындар Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә үҙ иҫәптәренән ярҙам иткән.
4
Төрлө ҡалаларҙан Үҙенең янына бик күп халыҡ йыйылғас, Ғайса уларға кинәйәле ҡисса һөйләгән:
5
– Бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм тапалған, уларҙы ҡоштар сүпләп бөтөргән.
6
Башҡа бер өлөшө ташлы урынға төшкән һәм, шытып сыҡһалар ҙа, дым булмағанлыҡтан, ҡороған.
7
Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Улар, сәнскәк менән бергә үҫеп, баҫылып ҡалған.
8
Ә инде башҡа орлоҡтар уңдырышлы ергә төшөп шытҡан һәм йөҙләтә күберәк уңыш биргән. Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Ғайса: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! – тип ҡысҡырған.
9
Шәкерттәре Унан: – Был кинәйәле ҡиссаның асылы нимәлә? – тип һораған.
10
Ғайса былай тип аңлатып биргән: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар «ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә.
11
Был ҡиссаның асылы шунда: орлоҡ – Алла һүҙе.
12
Юл буйына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә Иблис килеп, улар иманға килеп ҡотолмаһын өсөн, йөрәктәрендәге һүҙҙе алып китә.
13
Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.
14
Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй.
15
Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә.
16
Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны көршәк менән ҡапламай, һике аҫтына ла ҡуймай. Киреһенсә, өйгә килеп инеүселәр яҡтылыҡты күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырталар.
17
Сөнки фаш ителмәҫ бер сер ҙә, беленмәҫ һәм асылмаҫ бер йәшерен нәмә лә булмаясаҡ.
18
Шулай итеп, нисек тыңлауығыҙға иғтибар итегеҙ: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның бар тип уйлағаны ла тартып алыныр.
19
Ғайсаның әсәһе һәм ҡустылары килгәс, халыҡ күп булғанлыҡтан, Уның эргәһенә үтә алмағандар.
20
Ғайсаға: – Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткергәндәр.
21
Ғайса хәбәр еткереүселәргә: – Минең әсәйем менән Минең туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап биргән.
22
Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә ултырған да: – Әйҙәгеҙ, күлдең теге яҡ ярына сығайыҡ, – тигән. Улар ҡуҙғалған.
23
Кәмәлә барған саҡта Ғайса йоҡлап киткән. Күл өҫтөндә көслө дауыл күтәрелгән һәм кәмәгә һыу тула башлаған, кәмәләгеләргә хәүеф янаған.
24
Шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Остаз, остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уятҡандар. Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйған. Улары туҡтаған, тынлыҡ урынлашҡан.
25
Ул шәкерттәренән: – Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораған. Шәкерттәр иһә ҡурҡып һәм таң ҡалып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиешкәндәр.
26
Улар күлдең арғы яҡ ярына, Галилеяға ҡаршы урынлашҡан Гераса еренә килеп еткән.
27
Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килгән. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй йөрөгән һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә йәшәгән.
28
Был кеше Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәргән, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тигән.
29
Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорған икән. Шаҡшы рух был кешене күптән яфалаған. Сылбырҙар һәм бығауҙар менән бәйләп тотҡанда ла ул бығауҙарҙы өҙгән, эйәләшкән ене уны сүлдәргә ҡыуып алып китә торған булған.
30
Ғайса унан: – Исемең кем? – тип һораған. – Ғәскәр, – тип яуап биргән ул, сөнки был кешенең эсенә эйәләшкән ендәр бик күп булған.
31
Ендәр Ғайсанан үҙҙәрен төпһөҙ упҡынға ебәрмәүен үтенгән.
32
Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөгән. Ендәр Ғайсанан шул сусҡалар эсенә инергә рөхсәт һораған. Ғайса рөхсәт иткән.
33
Теге кешенең эсенән сыҡҡан ендәр сусҡаларҙың эсенә барып ингән. Көтөү сабып киткән дә, текә ярҙан күлгә ташланып, батып үлгән.
34
Барыһын да күреп торған көтөүселәр тороп йүгергәндәр һәм ҡалала ла, ауылдарҙа ла барыһы тураһында һөйләп биргәндәр.
35
Кешеләр нимә булғанын күрергә тип Ғайса янына килгән. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалғандар.
36
Ен эйәләшкән ирҙең нисек һауыҡтырылғанын күргән кешеләр бының тураһында бәйән иткән.
37
Гераса ере тирәһендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алған, шуның өсөн улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен һораған. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда,
38
эсенән ендәре сыҡҡан кеше Уның менән бергә барырға теләк белдереп ялбарған. Әммә Ғайса уны ҡайтарып ебәргән:
39
– Өйөңә ҡайт та, Алла һинең өсөн нимә эшләгәнде һөйлә, – тигән уға. Ул кеше Ғайсаның уның өсөн нимә эшләгәнен бөтә ҡала буйлап һөйләп йөрөгән.
40
Ғайса әйләнеп ҡайтҡас, халыҡ Уны шатланып ҡаршы алған. Уны бөтөнөһө лә көткән.
41
Шул саҡ ғибәҙәтхана башлығы, Яир исемле кеше, Ғайса янына килгән. Ул, Ғайсаның аяҡтарына йығылып, өйөнә барыуын үтенгән.
42
Яирҙың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята икән. Яирҙың өйөнә барған саҡта, Ғайсаны төрлө яҡтан халыҡ ҡыҫырыҡлап алған.
43
Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын булған. Бар мөлкәтен табиптарға сарыфлап бөтөрһә лә, бер кем дә уны һауыҡтыра алмаған.
44
Ул арттан килеп Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылыуға, шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаған.
45
– Кем ҡағылды Миңә? – тип һораған Ғайса. Бөтәһе лә баш тартҡас, Петр: – Остаз, халыҡ Һине уратып алған һәм төрлө яҡтан ҡыҫа, – тигән.
Параллельные места
От Луки 5:5
– Остаз! Беҙ төнө буйы тырыштыҡ, әммә бер нәмә лә тота алманыҡ. Шулай ҙа, Һин ҡушаһың икән, ау һалам, – тип яуап ҡайтарған Симон.
46
– Миңә кемдер ҡағылды. Мин Үҙемдән көс сыҡҡанын тойҙом, – тигән Ғайса.
47
Теге ҡатын, йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлағас, ҡалтырана-ҡалтырана Ғайса янына килгән дә, Уның алдына йығылған. Ни өсөн ҡағылыуы һәм ҡағылғас та шунда уҡ һауығыуы тураһында бөтөн халыҡ алдында һөйләп биргән.
48
Ғайса уға: – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тигән.
49
Ғайса ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта ғибәҙәтхана башлығының өйөнән кемдер килеп башлыҡҡа: – Ҡыҙың вафат булды, остазды бүтән мәшәҡәтләмә, – тип әйткән.
50
Ғайса иһә был һүҙҙәрҙе ишетеү менән башлыҡҡа: – Ҡурҡма, ышан ғына һәм ҡыҙың һауығасаҡ, – тигән.
51
Яирҙың өйөнә килеп еткәс, Ғайса Петрҙан, Яхъянан һәм Яҡубтан, ҡыҙҙың атаһынан һәм әсәһенән башҡа бер кемгә лә Үҙе менән инергә рөхсәт итмәгән.
52
Бөтөнөһө лә үкһеп илаған. Әммә Ғайса уларға: – Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тигән.
53
Ҡыҙҙың үлгәнлеген белгәс, барыһы ла Ғайсанан көлгән.
54
Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотҡан да: – Балам, тор! – тип өндәшкән.
55
Ҡыҙға йән ҡайтҡан һәм ул шунда уҡ урынынан торған. Ғайса уға ашарға бирергә ҡушҡан.
56
Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе таң ҡалған. Ғайса иһә уларға был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.
← Предыдущая
От Луки
Следующая →
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
Выбор основного перевода
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО